⚡ *ЗӘКӘТ ӘЛ-ФИТР*⚡
✨ *Зәкәт әл-фитр (ғәр. زكاة الفطر )* – фитыр саҙаҡаһы (ураҙа саҙаҡаһы). Рамаҙан айы аҙағында, йәки ғәйдел-Фитр көнөндә, иртәнсәк, ғәйет намаҙы уҡығанға тиклем бирелә торған саҙаҡа.
✨Фитыр саҙаҡаһы Рамаҙан айының бер өлөшөндә һәм дә Шәүүәл айының бер өлөшөндә йәшәгән һәр бер азат мосолман өсөн бирелә. Әгәр ҙә кеше, зәкәт нисабына эйә булһа, йәғни байлығы бурыстарынан артһа, кейем, аҙыҡ, өй кәрәк-яраҡтары һәм ғаилә хәжәттәренән артыҡ булһа, Фитыр саҙаҡаһын биреү - үәджиб (мотлаҡ). Ауырлыҡ менән донъя көткән кешеләр өсөн, Фитыр саҙаҡаһы биреү мотлаҡ түгел. Әгәр инде бирергә булһалар, үҙҙәренән дә фәҡирерәк кешеләргә биреү тейеш. Фитыр саҙаҡаһын бойҙай менән бирһә – ярты сағ (صاع - Иракта ҡулланылған сағ тураһында әйтелә, яҡынса 2кг. 475 грамм), хөрмә, йөҙөм йә арпа менән бирһә – бер сағә. Шулай уҡ Фитыр саҙаҡаһын аҡсалата лә бирергә мөмкин. Фитр саҙаҡаһының аҡсалата күләмен өҫтә иҫкә алынған арпа, бойҙай, хөрмә, йөҙөм продукталарының хаҡына таянып иҫәпләп сығаралар.
✨Быйыл, йәғни 2023 йыл Диниә назараты тарафынан Фитр саҙаҡаһының аҡсалата күләмен иң кәмендә 150 һум, ә иң күбе 800 һум тип билдәләне.
❗ *Һәр бер төр Зәкәтте биреү өсөн ниәт итер кәрәк.*
🟢 *Зәкәт бер ерҙә йәшәүсе түбәндәге әйтелгән кешеләргә бирелә:*
✅ *Фәҡир* – _мохтаж кеше, ихтыяжын тулыһынса тәьмин итә алмай, әммә тапҡан малы ихтыяжының яртыһынан күберәген ҡаплай._
✅ *Меҫкен* – _ярлы, тапҡан малы йәшәр өсөн кәрәк булған күләмдең яртыһына ла етмәгән кеше._
✅ *Әл-ғәлимүнә ғәләйһә* – _хаким (имам) билдәләгән Зәкәт йыйыусылар (әгәр ҙә был эш өсөн эш хаҡы алмаһалар)._
✅ *Әл-мүәлләфәтү ҡүлүүбүһум* – _яңы ғына Ислам динен ҡабул итеүселәр, мосолмандар менән ныҡлы элемтәлә булмаһалар. Имандарын нығытыу өсөн Зәкәт бирелә._
✅ *Фир-риҡаб* – _ҡоллоҡтан азат булыр өсөн хужалары менән килешеү төҙөп йолым (выкуп) түләүсе ҡолдар._
✅ *Әл-ғаримун* – _бурыстарын түләргә хәле етмәгән кешеләр (әммә ләкин яңы, ҡиммәтле машина йәки берәй зиннәтлелек (роскошь) алғанда бурысҡа төшкән кешегә бирелмәй)._
✅ *Фии-сәбиилилләһ* - _динде таратыу юлында йөрүселәргә. Шәкерт, остаз, джиһадҡа сығыусыларға йә мохтажлыҡ кисергән Хаж ҡылыусыларға (бында һәр төрлө изге эшкә матди ярҙам күрһәтеү инмәй)._
✅ *Ибнүс-сәбил* – _йортона ҡайтып етергә, йә ниәтләгән урынына барып етергә матди мөмкинселеге булмаған мосафирҙар (йәғни юлда ҡыйын хәлдә ҡалыусылар)._
‼️ *Өҫтә әйтеп кителгән кешеләрҙән башҡа бер кемгә лә Фитыр саҙаҡаһын биреү рөхсәт ителмәй.*
✨ Зәкәтте бер урындан (өлкәнән) башҡа бер урынға алып китеү – Мәкрүһ (дөрөҫ түгел). Әммә берәй кешенең башҡа өлкәлә мохтаж туғандары булһа йәки мохтажлығы ҙурыраҡ (ярлыраҡ) халыҡ йәшәһә, шул осраҡта Зәкәтте бер өлкәнән икенсе өлкәгә күсерергә рөхсәт ителә.
✨ Фитыр саҙаҡаһын ғәйдел-Фитр көнөндә, иртәнсәк, ғәйет намаҙы уҡығанға тиклем бирелһә, сауаплыраҡ, сөнки байрам итергә аҡсаһы булмаған кешене байрам алдынан ҡыуандырыу яҡшыраҡ. Рамаҙан айы дауамында биреп ҡуйыу ҙа дөрөҫ булыр.